Актуальные новости и события Бөрйәнского района собраны в одном месте. Узнайте о важных событиях, погодных изменениях и местных инициативах. Будьте в курсе происходящего!
Подписчики
1.1Kчеловек
Просмотры
370на пост
Вовлеченность
32.3%ER
Примеры публикаций
Свайп 👉
27 майҙа көндөң икенсе яртыһында һәм кискеһен республиканың айырым райондарында елдең көсәйеүе секундына 26 метрға тиклем, көслө ҡойма ямғырҙар, эре боҙ-борсаҡ, йәшен булыуы көтөлә.Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 номерына шылтыратығыҙ.
Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров округ халҡын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы.-Хөрмәтле Волга буйы федераль округы халҡы!
Һеҙҙе исламдың иң яҡты һәм мөһим байрамдарының береһе - Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым! Рәсәйҙә исламдың үҙенсәлекле әхлаҡи һәм мәҙәни тәжрибәһе - Волга буйы федераль округында граждандар йәмғиәтен нығытыуҙың, милләт-ара һәм дини-ара диалогты үҫтереүҙең мөһим өлөшө, бында быуаттар дауамында төрлө дин вәкилдәре татыулыҡта һәм дуҫлыҡта йәшәй.
Был изге байрам һеҙҙең йөрәгегеҙҙе шатлыҡҡа тултырһын, иманығыҙҙы нығытһын, йорттарығыҙға именлек һәм гармония килтерһен. Һеҙгә сәләмәтлек, бәхет һәм именлек теләйем!
Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы көтөләСиноптиктар Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы хаҡында иҫкәртә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн,
28 майҙа
, республика биләмәһендә ямғыр яуа, айырым райондарҙа йәшен була, көндөҙ урын менән боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, уртаса тиҙлектә, йәшен ваҡытында көсәйеүсән, секундына 15-20 метрға тиклем етәсәк. Көндөҙ температура +15,+20° тәшкил итәсәк.
Йома, 29 майҙа,
шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан уртаса, көндөҙ айырым урындарҙа көслө иҫеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көндөҙ +15,+20°.
Шәмбе, 30 майҙа,
ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән йәшен, көньяҡ-көнсығышта ҡойма ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан уртаса, көндөҙ айырым урындарҙа көслө иҫеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көндөҙ +15,+20°.
"Башинформ"
мәғлүмәт агентлығы.
Башҡортостанда быйыл түләүле стажировкалар һаны арттыБыйыл эш биреүселәр 130-ҙан ашыу вуз һәм колледж сығарылыштарын ҡабул итә ала. Был маҡсаттарға 10,9 млн һум бүленгән - был былтырғыға ҡарағанда 22%-ҡа күберәк.
🧑💼
Эш биреүселәргә, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарға һәм муниципаль предприятиеларға:
- бер стажер өсөн ярты йылға тиклем 243 600 һум компенсациялана
— аҡса хеҙмәт хаҡына (минималь хеҙмәт хаҡы күләменә тиклем) һәм страховка взностарына йүнәлтеләсәк
📋 Бөгөнгә 64 эш биреүсе 100 сығарылыш менән килешеү төҙөгән.
Ҡатнашыусылар араһында — «ИСКОЖ», «Гидравлика», «Фигаро», Нефтекама мобиль биналар заводы, «БелАвтодеталь», муниципаль предприятиелар һәм ШЭ.
📍
Программала ҡатнашыр өсөн сығарылыштарға «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәгенә йәшәү урыны буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк. Адрестар Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәтенең Интерактив порталында күрһәтелгән.
📌
Бынан алдараҡ, быйыл апрелдә Радий Хәбиров сит төбәктәрҙә уҡыған башҡорт студенттары өсөн стажировка үҙәге булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны. Үҙәк республика Полпредлығының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы базаһында эшләйәсәк. Уның бурысы - сығарылыштарҙың тыуған яғына ҡайтып эшләүен тәьмин итеү.
Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков менән осрашты27 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы
Сергей Безруков менән осрашты.
Осрашыуҙа актёр художество етәксеһе булған «Ҙур балалар фестивале»нең «ЭХО БДФ» махсус программаһын Өфөлә уҙғарыу мәсьәләләре тикшерелде (27 майҙан 1 июнгә тиклем).
«Һеҙҙең килгәнегеҙгә бик шатбыҙ. Беҙ проектты икеләнеүһеҙ хупланыҡ. Республикала һеҙҙе яраталар, баһалайҙар һәм хөрмәт итәләр. Фестивалдең үҙенең темаһы — балалар һәм уларҙың таланттары тураһында - бик изге һәм мөһим»,
- тип һөйләне Радий Хәбиров.
«Йыл һайын беҙ балаларға тәғәйенләп ижад ителгән иң яҡшыларын йыйып алабыҙ. «ЭХО БДФ» идеяһы - постановкаларҙы Мәскәү һәм Санкт-Петербургта ғына түгел, ә башҡа төбәктәрҙә лә күрһәтеү. Фестиваль күп кенә төбәктәрҙә булды һәм, ниһайәт, һеҙҙең гүзәл республикаға ла килеп етте»,
- тип өҫтәне Сергей Безруков.
Программа спектаклдәрҙе, киноны, анимацияны һәм киң күләмле белем биреү блогын үҙ эсенә ала - был балалар, педагогтар һәм мәҙәниәт учреждениелары белгестәре өсөн «көслө мәҙәни десант».
Наше мнение
🎯 Для кого канал: Этот блог идеально подходит для жителей Бөрйән района, интересующихся местными новостями и событиями.
➕ Главные плюсы:
- Регулярные обновления о событиях и изменениях в районе.
- Информирование о важных мероприятиях и предупреждениях о погодных условиях.
🔥 Фишка автора: Блог выделяется своей оперативностью в освещении актуальных новостей, что делает его незаменимым источником информации для местных жителей. Статистика подтверждает его популярность: ER 32.3%, Просмотры: 370.
Похожие каналы
Частые вопросы
Блогта ниндәй яңылыҡтар урын ала?
Нисек блогтың популярлығын баһаларға?
Блогты күпме кеше ҡарай?