«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»
@gazetabashkortostan
Чистый контент
Живые комменты
2 поста в день
0
0
Блог освещает актуальные события и изменения в жизни Республики Башкортостан, включая политику, культуру и социальные инициативы. Материалы представлены на русском и башкирском языках, что позволяет охватить широкую аудиторию.
Примеры публикаций
Свайп 👉
❤️💚
"Локомотив" - Гагарин кубогын яулаусы! Әле генә Ҡазанда КХЛ-дың плей-офф финалы тамамланды. Ярославлдең "Локомотив" командаһы 3:2 иҫәбенә еңеү яулап, икенсе йыл рәттән кубок эйәһе булды. Серияла иҫәп - 4:2.
❗️
Ә "Салауат Юлаев" икенсе йыл рәттән "Локомотив"тан еңелде. Тимәк, йыл да чемпионға ғына бирешәбеҙ))
✅ Дилара апай ҡот ҡояҠайһы бер кеше мөрәжәғәт иткәндә, ҡорой башлаған ағас, һулыған гөл хәлендә була – бер нимәгә лә күңеле төшмәй, йәшәүгә дәрте булмай. Ҡот ҡойһаң, уның тормошҡа ҡарашы үҙгәрә, рухы нығына. Ихлас күңелдән рәхмәт әйтеп: “Һеҙ миңә йәшәүгә дәрт өҫтәнегеҙ, көс-ҡеүәт бирҙегеҙ”, – тиҙәр. Ундай осраҡтарҙа: “Юҡ, һеҙгә Аллаһ Тәғәлә көс бирҙе, Ул юлығыҙҙы асты, ә мин бары сәбәпсе генә”, – тим.
💚
Сибай ҡалаһынан хәжиә, халыҡ дауалаусыһы Дилара Рафиҡова ҡот ҡойоу тураһында һөйләне.
✅ Тулыһынса уҡығыҙ:
https://bashgazet.ru/articles/iman/2026-05-21/dilara-apay-ot-oya-4695425
📌📌
📌
Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр 2026 йылда ла дауам итә. Был тармаҡты үҫтереү “Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт программаһына, “Ғаилә”, шулай уҡ “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекттарына, “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Пушкин картаһы” федераль проекттарына ярашлы алып барыла.
2022 йылдан алып “Ғаилә” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның эсендә “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” тигән федераль программа бар. Ул 2024 йыдың аҙағына тиклем айырым “Мәҙәниәт” атамаһы менән ғәмәлгә ашырылған милли проектты алмаштырҙы. Хәҙер мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған байтаҡ бурыстар ошо йүнәлешкә ярашлы алып барыла. “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” ярҙамы менән республикалағы мәҙәниәт учреждениелары, китапханалар хәҙерге заман шарттарына ярашлы итеп үҙгәртелә. Тулыраҡ:
Мәҙәниәт үҫеше дауам итә
📌📌
📌
Республикала “Һөт кухняһы” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса 2019 йылдан алып эшләп килә. Был программа сиктәрендә һөт продукциялары ауырлы ҡатындарға, имеҙеүсе әсәләргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән булған өс йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ опекаға алынғандарға бушлай ҡаралған.
Тулыраҡ:
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2026-05-22/t-kuhnya-y-nan-ullanyusylar-arta-4696170
"Коммерцияға ҡарамаған секторға ла ҙур ярҙам"“Беҙ яһалма зиһенде ҡабул итеп, уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ, йәки, кире осраҡта, мәшәҡәттәр уртаһында ҡалып, еңеләсәкбеҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикаға яһалма зиһен индереү буйынса стратегик сессияла.
Ваҡиғаларға үҙ ваҡытында иғтибар итеү, хәүефте һәм мөмкинлектәрҙе алдан күрә белеү – идаралыҡта, халыҡ менән эшләүҙә үтә мөһим. Яһалма зиһен тап шул йәһәттән ярҙам итәсәк. Был өҫтөнлөктө Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина ла билдәләне.
– Башҡортостан – дәүләт идаралығы системаһына яһалма зиһен индереү буйынса илдә лидерҙарҙың береһе, – ти ул. – Һанлы үҫештең яңы моделен булдырып, республика алдынғылар рәтендә бара. Бындай ҡаҙанышта төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың өлөшө ҙур. Ул, визионер булараҡ, яһалма зиһенде иҡтисадҡа, социаль өлкәгә, власть органдары эшенә индереүҙе эҙмә-эҙлекле алға алып бара. Был инде технология тренды ғына түгел, ә идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән аныҡ ҡарарҙар.
Элина Винер ҡыҙы билдәләүенсә, яһалма зиһен коммерцияға ҡарамаған сектор өсөн дә киң мөмкинлектәр аса – граждандарҙың социаль ихтыяждарына анализ яһауҙан һәм адреслы я...
Подписчики
5.9Kчеловек
Просмотры
1.1Kна пост
Вовлеченность
18.8%ER
Динамика (30 дней) +1 240
Рекламный шум 8%
Чисто Спам
Вердикт нейросети
Похожие каналы
Частые вопросы
Газета «Башкортостан» нимә тураһында мәғлүмәт бирә?
Газетаның уҡыусылар аудиторияһы ниндәй?
Газетаның онлайн версияһының популярлығы нисек?